САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Апрель 2020, 23:55

Ябай ауыл ҡатыны

Күптән түгел миңә Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, үҙенен 90 йәшен тултырыусы Миңниса Мәғәсүм ҡыҙы Зиннурова менән телефон аша танышыу бәхете тейҙе

Күптән түгел миңә Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, үҙенен 90 йәшен тултырыусы Миңниса Мәғәсүм ҡыҙы Зиннурова менән телефон аша танышыу бәхете тейҙе.
Ул 1930 йылдың 20 апрелендә Бәйкәй ауылында баш бала булып тыуа. Ҡыҙға ун бер йәш тулғас, дәһшәтле йылдар башлана. Илебеҙгә мәкерле рәүештә һөжүм иткән фашистар Германияһы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың бәхетле бала сағын урлай.
Үҫмер сағынан уҡ баҫыуҙа эшләргә тура килэ уға. Ашлыҡ сәсә, ура, мал аҙығы, утын әҙерләй. Ул йылдарҙа ҡыштар бик һыуыҡ булла, йылыныр өсөн эне-һеңелдәре менән бергәләп йоҡлайҙар. Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә яйланып китмәй. Ир-егеттәр ҡулы етешмәгәнлектән бала-саға, йәш-елкенсәккә егелеп баҫыуҙа эшләргә тура килә.
Миңниса Мәғәсүм ҡыҙы тормош юлын лайыҡлы үткән. Бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер өс ейәне һәм ике бүләһенә һөйөнә.
Миңниса әбей ябай ауыл ҡатыны. Яҙмышына һуҡранмай, нисек бар, шулай ҡабул итә. Туҡһан йәшендә лә әле күҙ теймәһен тиерлек: яҡшы күрә, ишетә, хәтере яҡшы, күңелле әңгәмәләш. Юбиляр оҙон ғүмерҙең серен белмәй, һәр яңы көнгә һөйөнөп йәшәй.
Читайте нас: