Хөрмәтле дуҫтар! Районыбыҙҙың оҙон толомло сибәр ҡыҙҙары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Дүрт йәшлек Рената Фазлиәхмәтова район үҙәгенең «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул инде йөҙгә ҡәҙәр һанай белә, яратҡан әкиәт китаптарын да үҙе үк уҡый. Бынан тыш уның башҡа һәләттәре лә юҡ түгел.
– Бер ваҡыт телевизорҙан гимнасткаларҙы күрҙе лә, был спорт төрө менән шөғөлләнергә теләк белдерҙе. Оҙаҡҡа һуҙмайса уны спорт мәктәбенә бирҙек. Бындағы дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Командалағы йәштәштәре менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты.
Ул актив бала, барыһына ла тиҙ төшөнә. Әленән үк үҙ алдына маҡсат ҡуя белә, – ти ата-әсәһе.
Оҙон толомло ҡыҙ тормошта үҙ маҡсаттарына ирешер тип уйлайбыҙ.