САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель 2020, 16:45

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ”

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 25 апрелдә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2020” акцияһын үткәрәсәк.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла.

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.

25 апрель көнө Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11:00-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында тура эфирҙа диктант уҡыла башлаясаҡ.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә. Ул ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнә: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Иғтибар, диктант уҡыу графигы тап башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап билдәләнгән:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәше, ҡайҙа йәшәүе, ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел, диктантты ул үҙ-аллы өйҙә яҙа ала. «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66 Whatsapp мессенджер номерына 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 26 апрелдә төнгө 23:59 сәғәткә тиклем http://bashkdictant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (www.instagram.com, https://vk.com/bash_fond) урынлаштырыласаҡ тура эфирҙың яҙма вариантына ҡарап та яҙырға мөмкин буласаҡ.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashkdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сыға. Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.


Диктант тексын уҡыусылар:

1. Зәйнетдинов Заһир (мульти-инструменталист, шоумен) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

2. Мурзина Флүрә («Хәбәрҙәр» программаһының алып барыусыһы) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

3. Сәлимов Марсель (сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе) - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Читайте нас: