САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2020, 13:03

Иғтибарһыҙ ҡалмаҫтар

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Башлығының кешеләрҙең үҙизоляцияла булырға тейешлеге тураһындағы указы ғәмәлдә. Шуға ярашлы, һәр кем кәрәкһә-кәрәкмәһә лә урамға сығырға тейеш түгел.
Ҡайһы бер ауылдарҙа сауҙа нөктәләре бөтөнләй юҡ йәки ябылған. Өйҙә ултырһаң да аҙыҡ-түлек, көндәлек ҡулланыу әйберҙәре кәрәк. Ә уларҙы барыһы ла запас булһын тип туплап ҡуя алмай. Ярҙамға мохтаж өлкән йәштәге кешеләр ҙә шаҡтай ғына.
«Башҡорт фермеры» ауыл хужалығы-сауҙа кооперативы үҙизоляция режимы осоронда күсмә сауҙа хеҙмәтен ойошторҙо. Кооперативтың үҙ кибете бар. Был сауҙа нөктәһен күп кенә кушнаренколылар яратып та өлгөрҙө. Унда һәр ваҡыт төрлө ассортиментта һөт продукцияһы, ит ярымфабрикаттары, икмәк һәм башҡа ашамлыҡтар була.
Кооператив йөрөп һатыуҙы 2 апрелдән башлап дауам итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Иҫке Ҡормаш һәм Матвеев ауыл биләмәләрендә йәшәүсе етмештән артыҡ кешенең заказдарын үтәп өлгөргәндәр.
–Шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе сығабыҙ. Клиенттарыбыҙ араһында утыҙ биштән етмеш йәшкәсә кешеләр бар. Башлыса икмәк, ярма, колбаса, ярымфабрикаттар, йәшелсә, еләк-емеш, тәм-томға заказ бирәләр, – ти кооператив хужаһы.
Ауыл кешеләре лә ҡәнәғәт:
–Аллаға шөкөр, шундай хеҙмәт күрһәтеүселәр бар әле. Беҙҙең Матвеев ауылында күптән инде кибет юҡ. Үҙизоляция режимы осоронда район үҙәгенә аҙыҡ-түлек алыу өсөн барырға ҡурҡабыҙ. Ғаиләбеҙҙә өс өлкән кеше, өс бала. Һәр ваҡыт яңы әпәй, һөт, ҡаймаҡ килтерәләр. Бик уңайлы. Бының өсөн рәхмәтлебеҙ, – ти Светлана Плотникова.
Читайте нас: