САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2020, 23:09

Хеҙмәттә ҡайнайбыҙ, гөрләйбеҙ

Хеҙмәттә ҡайнайбыҙ, гөрләйбеҙ
Дүртөйлө районы «Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы директоры Фирҙәүис Кәбиров менән баш агроном Рузил Ҡазихановты машина-трактор паркында осраттыҡ.
– Сәсеүгә әле кермәнек, тулы ҡеүәтенә әҙерлек эштәре бара, - тине Фирҙәүис Мөхәмәтнур улы. – Бөгөн баҫыуҙарҙа тырмалау, культураларҙы туҡландырыу эштәре киң йәйелдерелгән. Техниканы ла яңыртып торабыҙ…
Уҙған йыл хужалыҡ «Омичка» сәскес комплексы алғайны. Быйыл гербицидтар һәм минераль ашламалар һиптергес ике яйланма алғандар.
– Бына беҙҙең» волонтер»! – тине хужалыҡ етәксеһе машина кабинаһынан төшөп килеүсе ир-егеткә йылы ҡараш ташлап. – Хаҡлы ялға сыҡҡайны ла, ҡыр эштәрен ситтән генә күҙәтеп ултыра алмай. Баҫыуҙағыларға үҙ теләге менән төшкө аш ташырға булды.
Яҡындағы оҙонса бина ашхана булып сыҡты. Ашнаҡсылар Светлана Байдәүләтова һәм Нурания Фәтҡуллина термостарға тәмле аш, ҙур-ҙур ит киҫәктәре менән ҡыҙҙырылған макарон тултырып ҡуйғандар. Татлы ҡайнар сәй менән тулы термос та кузовта үҙ урынын алды.
Рузил Флүр улының «Нива»һында беҙ ҙә баҫыуға ҡуҙғалдыҡ.
– 2488 гектар һөрөнт еребеҙ бар, - тине баш агроном. – тине баш агроном
Шуның 600 гектарына арыш сәселгән. Ужым һәйбәт ҡышланы. Әле туҡландырыу алып барабыҙ. 800 гектарға яҡын күп йыллыҡ үләндәр майҙанының бөгөнгө көнгә 500 ләбе инде тырматылған. Баҫыуҙарҙа биш тырма, ике туҡландырыу агрегаты эшләй.
Яҙғы сәсеүҙе уңышлы башҡарып сығыу өсөн хужалыҡта барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, техника, яғыулыҡ-майлау материалдары, эшсе көстәр етерлек. 140 тонна ашлама һатып алынған, яртыһынан күбеһе – ҡатлаулы, бер өлөшө – азотлы.
Быйыл бойҙайҙы «Архат», арпаның – «Саша», һолоноң – «Рысак», борсаҡты – «Аксайский усатый» сорттарын сәсергә әҙерләнәләр.
Бер бригада Түбәнге Сарлаҡ күле янындағы баҫыуҙа туҡландырыу алып бара.
– Күп йыллыҡ үләндәр майҙанын яңыртабыҙ, - тип аңлатма бирә баш агроном. – Уҙған йыл бында һоло сәстек, йәнәшәһенә – люцерна. Һолоно йыйып алдыҡ, уның күләгәһендә нығыған люцерна, ана, йәшәреп тә килә инде, быйыл мул уңыш бирер тип, өмөтләнәбеҙ.
«Мәсет һаҡлауы» баҫыуында буласаҡ бойғай ерен тырматыу бара ине. Был дым һаҡлау өсөн һәйбәт сара. Тупраҡ көҙҙән ярайһы ғына туйынып калһа ла, дым аҙайып килә, сөнки ямғырҙар юҡ.
Ошо көндәрҙә хужалыҡ сәсеүгә төшөргә тейеш. Ер етешеп килә. Йылы көндәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанабыҙ.
Илдус Тимерханов.
Фотоларда:
Ашнаҡсылар Светлана Байдәүләтова һәм Нурания Фәтхуллина.
Баш агроном Рузил Ҡазиханов, сәсеүселәр Рәфәҡ Сәлимов, Әнүәр Хажиев, тракторсы Илнар Ғәскәров.
Механизатор Илмир Солтанов – дым ҡаплатыуҙа.
Читайте нас: