САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2020, 12:28

Һағындырҙы мәктәбем

6 апрелдән республика мәктәптәрендә дәрестәр дистанцион үткәрелә башланы. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, меңдәрсә уҡыусыларға виртуаль парта артына ултырырға тура килде. Беҙҙең район балалары ла уҡыуҙың яңы системаһына күсте.
Бөгөнгө көндә районда мәктәп йәшендәге 2916 малай һәм ҡыҙ иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла уҡыу процесына йәлеп ителгән. Шуларҙан 2869 уҡыусы электрон формала укый. Техник сәбәптәр арҡаһында дистанцион уҡыу мөмкинлеге булмағандар ҡығыҙ кейстар аша белем ала. Ундайҙар 47 һәм ҡағыҙҙа биремдәр еткерелде лә инде. Дежур уҡытыусылар уларҙы мәктәп автобустарында таратып йөрөй.
Миҫалға Әхмәт урта мәктәбен алайыҡ. Унда йыйыныһы 99 бала уҡый. Киренев, Ахлыстин һәм Ҡанлы ауылдарында йәшәгән 22-һенең электрон ҡоролмалары һәм интернетҡа тоташыу мөмкинлеге юҡ. Уларҙың барыһына ла ҡағыҙ кейстар бирелде.
Тиҙҙән былай уҡыу тамамланыр һәм балалар яңынан күнегелгәнсә парталар артына ултырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уҡыусылар үҙҙәре лә мәктәпте, синыфташтарын, ҡыңғырау шылтырауын һағыныуҙарын белдерәләр.
Читайте нас: