САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2020, 23:30

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Илдә барған бәлә-ҡаҙаларға, ҡатлаулы хәл-шарттарға ҡарамаҫтан, алдағы уңыш хәстәрен күреү зарур. Был йәһәттән «Урожай» тоҡомсолоҡ йәмғиәте эшсәндәре һынатманы – яңы уңышҡа нигеҙ һалыуҙы беренселәрҙән булып, берҙәм башлап ебәрҙе. Бөгөн урожайҙар Иҫанбай ауылы янындағы 100 гектарлы баҫыуҙа арпаның Саша сортын сәсеүгә төштө. Әлеге мөһим сараны үҙҙәре хеҙмәтләндергән ҡеүәтле «К-744», «Джон-Дир» тракторҙарына тағылған «Excelent” сәсеү комплекстары менән тәжрибәле механизаторҙар Артур Латипов, Инсаф Исламов, Анатолий Калитов башҡара. Орлыоҡто Иҫке Күктау ырҙын табағынан «КамАЗ» менән водитель Илшат Шәрифйәнов, минераль ашламаны «ГАЗ-53» машинаһында Иршат Дәүләтов ташып тора.
Читайте нас: