САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Апрель 2020, 16:16

https://igenche.rbsmi.ru/pobeda/materials/kalendar-sobytiy/Spisok-meropriyatiy-zaplanirovannih-v-munitsipalnom-Chekmagushevskom-rayone-ko-Dnyu-Pobedi-208336/

Уҙған дүшәмбенән, Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылған яҙғы каникулдан һуң, яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә короновирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар әлегә дистанциялы ойошторола. Тәүге онлайн-дәресте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрҙе.
Бөгөн республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы белем алыуҙы үҙҙәренең синыф бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйөндә, дистанциялы уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ быны уңайлыраҡ итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бөтә ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Республикабыҙҙа интернет селтәренә тоташмаған ауыл мәктәптәре бар. Шулай уҡ биш-алты мәктәп уҡыусыһы булған күп балалы ғаиләләрҙә бер-ике генә гаджет булған осраҡтар хаҡында ла беләбеҙ. Һөҙөмтәлә; “Кем беренсе булып уҡыясаҡ?” тигән һорау тыуа. Был проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйбеҙ.
Әле – апрель, тиҙҙән май айы етә. Бер минутты ла бушҡа әрәм итергә ярамай. Һеҙ уҡырға, төплө белем алырға һәм киләсәгегеҙҙе матур итеп ҡорорға тейешһегеҙ.
Мин һеҙгә ниндәй һабаҡтар бирергә теләйем? Беренсенән, барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Һәм һеҙҙең киләсәгегеҙ ҙә. Һеҙҙең бурыс – уҡыу. Икенсенән, бөгөн – геройҙар заманы. Әле, кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар яҡтары асыҡланған осорҙа, кемдер яҡындарына ярҙам итә, мохтаждарға аҡсаһы менән бүлешә, аҙыҡ-түлек алып бирә, ә кемдер битлектәр һатып байырға, ололарҙы алдап мутлашырға тырыша. Геройлыҡ – ул автомат тотоп яуға инеүҙә генә түгел, ә кеше булып ҡалыуҙа, яуаплылыҡ һаҡлауҙа сағыла. Йылдар үтер, һеҙ ошо ваҡыттарҙы иҫләйәсәкһегеҙ һәм шул саҡта үҙ ҡылыҡтарығыҙ өсөн оялырға яҙмаһын. Бөгөн һеҙҙән артыҡ күп нәмә лә талап ителмәй: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, үҫешегеҙ!” – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров ҡыҙҙар һәм малайҙарға.
Илеш районының һәр мәктәбендә уҡыу онлайн дәрестәр форматында ойоштролоп, электрон кейстарҙы ҡулланыу, төрлө уҡыу платформаларында эшләү ҡаралған. Һәр мәктәп тарафынан белем биреү процессында ҡатнашыусылар менән элемтә схемаһы эшләнгән.
«Мәғариф идаралығы»МКУ начальнигы Гөлнара Кашапова белдереүенсә, район буйынса 3524 уҡыусы онлайн рәүештә белем алһа, 71 бала өсөн аҙнаға өс тапҡыр (дүшәмбе, шаршамбы, йома) дәрестәргә материалдар ҡағыҙ кейс пакеттарҙа ебәрелә. 471 педагог, төрлө технологиялар ҡулланып, дистанцион эшләй.
Читайте нас: