Рәфис Рәжәпов һәм Раушан Сөләймәнов «Фрунзе» йәмғиәтендђ ић тәжрибәле һәм намыҫлы игенселәрҙән һанала. Һауа шарттары мөмкинлек биреү менән, улар тракторҙарын баҫыуға сығарҙы.
Р. Рәжәповтыћ механизаторлыҡ стажы 37 йыл тәшкил итә. Был көндәрҙә уныћ ҡеүәтеле 150К тракторы тупраҡ эшкәртеүҙә мәшғүл. Унан игенсе тағылма агрегатын алыштырып, тупраҡты сәсеү алдынан культивациялауға керешәсәк.
Р. Сөләймәновтыћ баҫыуҙағы эш стажы тиҫтә йыл тиерлек. Ул үҙен оҫта игенсе итеп күрһәтергә өлгөрҙө. Әлеге ваҡытта бөртөк сәсеүсе менән агрегатланған Беларус тракторында ужымдарҙы минераль ашлама менән туҡландырыуҙы тамамланы. Ул элекке йылдарҙағыса бойҙай, һоло, арпа, кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр сәсеүҙә эшләйәсәк.
Механизаторҙарҙыћ икеһе лә һәр йылды яҙғы сәсеүҙә, мал аҙығы әҙерләүҙә, ућыш йыйыуҙа, ужым культуралары сәсеүҙә ҙур эш күләме башҡаралар. Ҡышын фермала малсыларға ярҙамлашалар. Уларға ышанып тапшырылған техника йыл әйләнәһенә тик тормай.
Хужалыҡ етәкселеге был игенселәрҙећ үҙҙәренә тапшырылған һәр эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарасағына шикләнмәй.