САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Апрель 2020, 17:31

Игенселәр эш башланы

Райондыћ ҡайһы бер хужалыҡтары игенселәре яҙғы ҡыр эшлтәенә кереште. «БашАгроИнвест» йәмғиәтенећ Кушнаренко бүлексәһе, «Роса», «Фрунзе», «Ханэ» йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар Н. Привалова, Н. Ляпустиндыћ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары беренселәрҙән булып ужымдарҙы минираль ашлама менән туҡландыра, дым ҡаплата башланы.
«Роса» йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһында быйыл һабан бөртөклөләрен 350 гектарҙа урынлаштырасаҡтар. Шуныћ 150 гектарын бойҙай, 200-ен арпа биләйәсәк. Көҙөн 200 гектарҙа ужым бойҙайы сәсәкән булғандар. Агрономдар билдәләүенсә, уныћ торошо ҡәнәғәтләнерлек, яћынан сәсергә тура килмәйәсәк. 300 гектарҙа көнбағыш, йөҙ гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө планташтырыла.
Тракторҙар яҙғы баҫыуға сығырға әҙер. Улар техник ҡарауҙы ућышлы үткән.
Хужалыҡҡа яҙғы сәсеү эштәре өсөн 80 тонна минераль ашлама ташығандар. Дизель яғулығы ҡайтарырға йыйыналар. Быйыл ауыл хужалығы предприятиеһы катоклау өсөн ике яћы агрегат һатып алған.


Читайте нас: