САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2020, 16:51

Тырыш хеҙмәткәр

«Урожай» тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәте – районда ғына түгел, республикала алдынғы хужалыҡтарҙан һанала. Баҫыусылыҡта, малсылыҡта эшләүселәре, белгестәре, урта звено кадрҙары һәр ваҡыт маҡтаулылар сафында. Йәғиәттең Иҫке Күктау һөтсөлөк фермаһында оҙаҡ йылдар иҫәпсе булып эшләүсе Илһөяр Зарипова шундайҙарҙан.
Ул 2011 йылдан хужалыҡтың Иҫке Күктау фермаһында иҫәпсе һөнәрен башҡара. Эшкә етди ҡараш, тырышлыҡ, һәр ҡушылғанды теүәл үтәү кеүек сифаттар биҙәй уңған хеҙмәткәрҙе. Йәмғиәттең күрһәткестәре йылдан-йыл артыуында Илһөйәр Әҙһәр ҡыҙының лайыҡлы өлөшө бар. Ул малдарҙы туған көнөнән иҫәбен алып бара, көндә һөттөң таҙалығын, майлылығын тикшереп тора. Ғөмүмән үҙ һөнәрен яратып, бар күңел йылыһын биреп, теүәл башҡара.
Читайте нас: