САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2020, 16:58

Игенселәр ял белмәй

М.Горький ис. кооперативтың баҫыуҙарҙы һағынып хеҙмәткә сыҡҡан игенселәре мөһим кампанияға дәррәү тотондо. Улар яҙғы баҫыу эштәренә ныҡлы әҙерлек менән килде. Хужалыҡ етәкселеге, игенселәре техниканы яҙғы ҡыр эштәренә әҙерләүгә йыл да иғтибар менән ҡарай. Зона тикшереүҙәрендә һәр ике бригаданың да (Һеңрән һәм Ҡәҙер) ауыл хужалығы машиналарының әҙерлек торошо уңай баһа алды. Улар үҙ көстәре менән ремонтты сифатлы башҡарып сыҡҡан. Ағымдағы йылда мөһим кампанияла 9 тырма, 5 сәскес, 3 кәтүк агрегаттары ҡатнаша.
Һеңрән, Ҡаҙыр ырҙын табаҡтарында сәселәсәк орлоҡтарҙы калибрлап, ағыулап, тейешле кондицияға еткереп, сәсеүгә әҙерләп ҡуйыу эштәре тамамланған.
Әлеге ваҡытта горькийҙар төп көстө 800 гектар майҙанды биләгән арышты, күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға йүнәлткән.
-Ағымдағы йылда ла ҡышҡы арыш сәсеүлектәренә ашлама һибеүгә «Русавиа» йәмғиәте авиация компанияһының «АН-2» самолеты йәлеп ителде. Минераль ашлама 1 гектарға 1 центнер (физик ауырлыҡта) иҫәбенән индерелә. Хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары – бер осошҡа 12 гектар ерҙе эшкәртергә һәләтле. Һауа торошо мөмкинлек биргәндә, самолет көнгә 25-30 осош яһай. Туфраҡҡа индерелгән ашламаның киләһе уңыш өсөн уңай һөҙөмтәһе булыр тип ышанабыҙ, - ти кооперативтың баш агрономы Флүр Нәбиев.
Читайте нас: