САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2020, 16:36

Борсолорға урын юҡ

Груздевҡа ауылында урынлашҡан “Икмәк продукттары комбинаты” предприятиеһы он, ярма етештереү менән уңышлы шөғөлләнә. Бында бойҙайҙың юғары һәм беренсе сорттары, арыштың ярҙырылған, ваҡланған ондары, арпа, борсаҡ ярмалары әҙерләнә. Улар 5 кг, 10 кг, 50 кг һыйҙрышлы ҡапсыҡтарға һалып һатыуға сығарыла. Продукция Илештә һәм тирә-яҡ райондарҙа, Нефтекама, Өфө һ.б. ҡалалар магазиндарында реализацияланыла. Әлбиттә, эштең көйлө барыуына коллектив уңғандарының тырыш хеҙмәт һалыуы, һәр йөкләмәне теүәл үтәүе йоғонто яһай. Хеҙмәткәрҙәр Фәнис Баязитов, Вәсим Йәмилов, Илшат Фәйеҙов, Әнүҙә Имамова, Гөлнара Йәләлова, Лилиә Хәйруллина адресына етәкселек тарафынан тик маҡтау һүҙҙәре юллана.
Предприятие директоры Рөстәм Әхмәтйәнов белдереүенсә, район халҡына борсолорға урын юҡ, продукция етештереү буйынса өҙөклөктәр булмаясаҡ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, комбинат тәүлек һайын 30 тоннанан артыҡ продукция етештереү ҡеүәтенә эйә. Он, ярма запастары к бөгөн складтарҙа, етерле иң мөһиме, комбинат ашлыҡ менән яңы сезонға ҡәҙәр тәьмин ителгән.
Читайте нас: