САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2020, 17:01

Битлектәр үҙебеҙҙә етештерелә

Бөтә донъяға таралған короновирус инфекцияһынан һаҡланыу йөҙөнән районда шәхси эшҡыуарҙар Рәмиә Дәүләтова, Фруза Сәрүәрова, «Ритм» йәмғиәте ательеларында күп тапҡырҙар ҡулланыла торған мамыҡ туҡымаһынан битлектәр тегелә башланы. Улар көндәлек 1000-1200 дана тегелә.
Шәхси эшҡыуар Рәмиә Дәүләтова ательеһы көнөнә 800 дана маска етештерә.
-Күпселек район халҡы өсөн һәм район-ойошма предприятиеларҙағы хеҙмәттәргә лә заказ буйынса тегеп бирәбеҙ. Бер маска 50 һум тора. Күп тапҡыр ҡулланыла торған маскалар ике ҡат мамыҡ туҡыманан тегелә. Ҡулланыу ваҡыты 2 сәөғәттән артмаҫҡа тейеш. Был ваҡыт аралығы үтеүгә битлекте алыштырырға тәҡдим ителә. Уны йылы һыуҙа һабын менән йыуарға, киптерергә һәм үтекләргә кәрәк, - ти Рәмия Әхәт ҡыҙы.
«Ритм» йәмғиәте ательеһы көнөнә 200 битлек етештерә. Бында уны тегеү өсөн метры 110 һумдан материал да һатыла. Директор Руслан Нурлығаянов һүҙҙәренә ҡарағанда, әлегә складта 10 мең битлек тегәрлек материал бар. Бер битлек 50 һум торһа, күпләп алыусыға 40 һумдан һатыла. Әйтергә кәрәк, йәмғиәт етәкселеге социаль яҡлауға мохтаж булған 228 ғаиләгә икешәр битлек тегерлек туҡыманы бушҡа таратҡан.
Читайте нас: