Әхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда төрлө саралар даими үткәрелеп тора. Һәүәҫкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар байрам һайын ауыл халҡына концерт йәки спектакль бүләк итә.
Күптән түгел генә драма түңәрәге коллективы Илфак Шиһаповтың «Иҫерек айныһа, хәйерсе байыһа» пьесаһын сәхнәләштерҙе. Тамашаның йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡ, көнүҙәк. Сәғәт ярым дауамында урындағы артистар менән залдағылар бергә сәхнәлә йәшәне, көлдө.
Әлфин Әхмәҙуллин, Руслан Әхмәтғәниев, Рүзидә Әхмәтйәнова, Илшат Хәмәтйәнов, Зәмбилә Фәхретдинова үҙ ролдәрен иҫ киткес матур башҡарҙылар.
Ауыл клубында айына ике-өс тапҡыр төрлө ҙур-ҙур кисәләр ойошторола. Клуб һәм китапхана мөдирҙәре Зәмбилә Фәхретдинова һәм Рүзидә Әхмәтйәнова – ысын мәҙәниәт кешеләре.