САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель 2020, 16:15

Лайыҡлы алмаш үҫә

Быйыл йәш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары йәмәғәт ойошмаһына ҡырыҡ ете йыл тулды. Ошо осорҙа ҙур, күләмле эш башҡарылды.
Беҙҙең районда ла был хәрәкәт актив үҫә. Балалар педагогтар менән бергә водителдәр өсөн памяткалар яһайҙар. Йәштәштәре өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү буйынса төрлө тематик саралар үткәрәләр, ЮХИДИ хеҙмәткәрҙәре менән бергә акцияларға сығалар.
– Йәш дуҫтарыбыҙ бөгөн юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүселәргә лайыҡлы алмаш. Беҙҙең актив ярҙамсыларыбыҙ. Беҙ бергә белемле, законды үтәүсе, илтифатлы, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар быуынын тәрбиәләүсе ҙур көс, – т ЮХИДИ бүлексәһенең пропаганда инспекторы Илдус Әхмәтов.
Күптән түгел гимназияның йәш инспекторҙары башланғыс синыф уҡыусыларында булды. Улар малайҙар һәм ҡыҙҙарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында һөйләнеләр, шул темаға табышмаҡтар әйттеләр. Сара барыһы өсөн дә мауыҡтырғыс булды.
Читайте нас: