САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Апрель 2020, 15:05

“Башҡорт ихаталары” программаһы ғәмәлдә ҡала

30 мартта төбәк Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, короновирусҡа ҡарамаҫтан, республикала подъезҙарҙы һәм йорт алдарын төҙөкләндереү планга ярашлы алып барыласаҡ, тип аҫһыҙыҡлап әйтте.

Подъезҙарҙы төҙөкләндереүгә бүленәсәк аҡса күләме аҙайтылмай. Муниципалитеттарҙың төп бурысы – был эштәрҙе ойошҡан төҫтә башҡарыу.
Кәңәшмәлә төбәк Йәмәғәтселек палатаһының профилле комиссияһы вәкиле Анатолий Дубковский әлеге программа буйынса башҡарыласаҡ эштәргә аңлатма бирҙе. “Әлеге ваҡытта программаның беренсе этабы – халыҡ менән дизайн-проекттарҙы раҫлау тамамланды. Бынан тыш, подряд эштәрен ойоштороу, уларҙы алып барыусы ойошмалар менән килешеүҙәр төзөү, эштәрҙе башлау һәм тамамлауҙың анык ваҡыттары билгеләнә”, – тине ул.
Әйткәндәй, 2020 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд. һум аҡса йүнәлтелә. Планға ярашлы, 390 йорт алды ремонтланасаҡ һәм төҙөкләндереләсәк.
Читайте нас: