Республикала иғлан ителгән Эстетика йылы сиктәрендә районда һәр йома көн Бөхтәлек көнө булып тора. Райондашлар был көндө тирә-яҡты таҙартыу эштәрендә даими ҡатнаша. Әйткәндәй, бындай саралар әлеге ваҡытта донъя күләмендә һәм илдә, төбәктә хасил булған ғәҙәттән тыш хәл – яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе айырыуса юғары булған осорҙа көнүҙәк булып тора. Билдәле булуынса, таҙа-бөхтә ерҙәрҙә сирҙәр таралыуға юл ҡуйылмай.
Үткән йомала ла саҡмағоштар һәм район биләмәһендә йәшәүселәр республика күләмендәге Бөхтәлек көненә әүҙем ҡушылдылар. Көндөң аяҙ тороуы, йылы булыуы ла быға булышлыҡ итте. Был көндө санитар таҙартыу акцияһында 86 ойошмала хеҙмәт һалыусы 700ҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Улар барыһы ла эш ҡоралдары менән тәьмин ителде, таҙартыу-төҙөкләндереү эштәренә 11 берәмек техника йәлеп ителде. Акция барышында өйөлөп торған ҡарҙар таратылды, ойошма-учреждениелар территориялары һәм юл буйҙарынан сүп-сар һәм ҡороған ботаҡтар йыйып алынды. Бынан тыш, тротуарҙар һәм юлдар махсус техника ярҙамында таҙартылды.
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Фото һәм мәғлүмәттәр: муниципаль район хәкимиәтенең рәсми сайтынан.