САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март 2020, 12:26

Фольклориада киләһе йылға күсерелә

Традицион мәҙәниәттең киң күләмле халыҡ-ара фестивале булған VI Бөтә донъя Фольклориадаһы коронавирус пандемияһы сәбәпле быйыл үткәрелмәй. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ваҡытлы матбуғат саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәтенә CIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан фольклориаданы күсереү тураһында рәсми тәҡдим еткерелде. “Быйылғы июль ахырында башланырға тейеш булһа ла, Бөтә донъя Фольклориадаһы алдағы йылға күсерелә. Коронавирус бер айҙа үтәсәк тип уйларға кәрәкмәй, был күбрәк ваҡытты аласаҡ”, – тине төбәк Башлығы.

Башҡортостан Республикаһы был киң күләмле мәҙәни сараға бернисә йыл әҙерләнде. VI Бөтә донъя Фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына әҙәр үтәргә һәм унда 80нән артыҡ ил вәкилдәре ҡатнашырға тейеш ине.
Читайте нас: