САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2020, 12:09

Ҙур сәнғәт океаны бар

Дүртөйлө районы ауыл коллективтарының “Еңеү Салюты» үҙешсән сәнғәт оҫталары смотры Иҫке Байыш мәҙәниәт йортондағы концерт менән тамамланды. Рәмзиә Мәрhәмова тарафынан әҙерләнгән программа юғары дәрәжәлә булды. «Толпар» халыҡ театры, «Аҡсарлаҡ» балалар театры, «Ынйылар» бейеү коллективы, Иҫке Уртайҙан, интернат-йорттан, ауыл мәктәбенән үҙешсән сәнғәт коллективтары уңышлы сығыш яһаны, Әнғәм Атнабаев поэмаһынан «Гөләндәм монологы» (Зәлиә Фазылова), киң билдәле «Два орла» (Марсель Хәйруллин) йыры яңғыраны.
Район смотр-конкурсы ҡыҫаларында ҡала коллективтары сығыш яһағандан һуң үткән гала-концерттарҙа еңеүселәр иғлан ителде hәм уларға дипломдар, аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Барлығы 24 үҙешсән коллектив ҡатнашты, шуларҙың 14 е – авыл биләмәләренән, 10 һы – район предприятиелары, ойошмалары hәм учреждениеларынан, концерттарҙа 1608 кеше сығыш яһаны. Һәр муниципаль берәмек, предприятие, ойошма hәм учреждение декоратив-ғәмәли hәм рәсем сәнғәте экспозицияларынан күргәҙмәләр, фотокүргәҙмәләр, архив hәм музей документтары, экспонаттары тәкъдим итте.
Ауыл биләмәләре буйынса беренсе дәрәжә дипломға Семилетка ауыл биләмәһе үҙешсән сәнғәт коллективы лайыҡ булды. Икенсе урында – Таймырҙа hәм Мәскәү, өсөнсө урында – Иҫке Яндыҙ hәм Әсән ауылдары биләмәләре үҙешсәндәре.
Предприятиелар, ойошмалар hәм учреждениелар буйынса беренсе дәрәжә лауреат дипломы Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы үҙешсәндәре коллективына тапшырылды, Дүртөйлө муниципаль районы хакимиәте, Дүртөйлө электр hәм йылылыҡ селтәрҙәре үҙешсәндәре – икенсе, «Коммунальник» предприятиеһы hәм «Рәсәй һаҡлыҡ банкы» йәмғиәтенең 8598 нсе бүлеге, мәғәриф идараһы өсөнсө дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.
Читайте нас: