САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2020, 14:45

Матур байрам үтте

Кушнаренко күп профилле һөнәри көлмәте дөйөм ятағында йәшәүсе студенттар һәм тәрбиәселәр ҡыш менән яҙ ҡауышҡан мәлдә «Февромарт» тип исемләнгән бик матур кисә ойошторҙолар.
Концертта йыр-бейеү, уйын-көлкө үрелеп барҙы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең күп яҡлы таланттарға эйә булыуҙарын күрһәтте. Лиана Имаева, Илүзә Әхмәтйәнова, Шамил Гароян, Камилла Әкрәмованың музыкаль күстәнәстәре тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде. Йыр-бейеүҙәр, театрлаштырылған тамашалар залда байрам кәйефе һәм йылылыҡ шарты тыуҙырҙы.
Беренсе курс студенттары төрлө бәйгеләрҙә мауығып ҡатнашты. Ҡыҙҙар төрлө ашамлыҡтар бешерҙе, бала кейендерҙе, викторина систе. Егеттәр ҡаҙау ҡағыу, картуф йыйыу, кибеттән ризыҡтар һатып алыу һәм башҡа һөнәрҙәрҙә оҫталыҡтарын күрһәтте.
Кисәнән һәр кем күңел күтәренкелеге алды, ыңғай тәъҫораттар тупланы.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: