САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2020, 20:27

Снюс һатыусы сайттар ябылған

Интернет селтәрен мониторинглау барышында прокурорҙар снюс ҡатнашмаларын дистанцион рәүештә ирекле һатыу тураһындағы мәғлүмәт асыҡ урынлаштырылған 24 сайтты асыҡланылар.

Был интернет-биттәргә һәр кеше рәхәтләнеп инеп, әлеге мәғлүмәттәрҙе уҡый алған. “Граждандар сәләмәтлеген тәмәке төтөнө йоғонтоһынан һәм тәмәкене ҡулланыу һөҙөмтәләренән һаҡлау тураһында”ғы Закон буйынса, был төр тәмәкене һатыу тыйылған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйнса прокурорҙар судҡа был мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙә таратылыу тыйылған тип раҫлау тураһында ғариҙалар тапшырҙы. Күҙәтселек итеү ведомствоһы талабы ҡәнәғәтләндерелде.
Читайте нас: