САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2020, 20:31

Пенсиялар күләме арта

1 апрельҙән социаль пенсиялар 6,1%ҡа арта, тип хәбәр итәләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Был көннән шулай уҡ саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән хәрбиләрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, һәләҡ булған хәрбиләрҙең тәьмин итеүсеһен юғалтыу буйынса пенсия алыусы ата-әсәләре, тол ҡатындарының түләүҙәре, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм был һуғышта ҡатнашыусыларҙың инвалидлыҡ буйынса пенсиялары һәм радиация яки техноген һәләкәттәрҙә ҡаҙа күреүсе граждандарҙың ҡартлыҡ буйынса һәм уларҙың ғәилә ағҙаларының пенсиялары арта. Бынан тыш, социаль пенсиялар күләменә бәйле булған башҡа төрле түләүҙәр артыу ла көтелә.

Шулай уҡ 1 апрельҙән Рәсәй Федерациясе Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, өс дәрәжә Дан һәм 1-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордендары менән бүләкләнгән граждандарын өстәмә айлыҡ матди тәэмин итеү күләме индексациялана.

Юғарыраҡ күләмле пенсияларҙы республиканың 98500 кешеһе, шул исәптән 92600 социаль пенсия алыусы пенсионеры аласаҡ.
Читайте нас: