САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2020, 20:23

Оло күнелле инәй

Тыл хеҙмәтсәне Мөнирә Гүмәрова ошо көндәрҙә үҙенен туҡһан биш йәшлек ғүмер байрамын билдәләп, күпләгән ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте.
Ул Рәсмәкәй ауыл биләмәһенен Байталлы ауылында донъяға килә. Гаиләлә ин өлкән бала булған ҡыҙға белем алырға, баласаҡ рәхәтлектәрен күрергә яҙмай. Ун алты йәшендә хеҙмәт юлын башлай, ҡулынан килгәнсә ата-әсәһенә ярҙамлаша.
Буласаҡ тормош иптәше Сәйетғәли Исламғәли улы күкрәгендә орден-миҙалдар сынлатып ҡайта һәм беренсе эш итеп Мөнирәне һората.
Биш улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп тормош юлына баҫтыралар.
Мөнирә лә, Сәйетғәли ҙә колхозда эшләйҙәр, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙаналар.
М. Ғүмәрова һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, моғайын, шуға ла ҙур күрһәткестәргә ирешә алған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда хеҙмәт һала, халыҡтан һөт, йөн һәм йомортҡа йыя.
–Үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Балаларым да лайыҡлы йәшәнеләр. Бөгөн мине ун бер ейәнем, дүрт бүләм һөйөндөрә. Хатта ике бүләсәрем де күрергә насип булды, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты тантана сәбәпсеһе.
Ҡатмарлы оҙон ғүмер юлы үткән Мөнирә Ғүмәрованын бөгөн дә йәшәү дәрте һүрелмәгән. Киләсәктә илебеҙҙә һуғыш булмауын теләй һәм быға ихлас ышана. Оҙон ғүмерле яҡташыбыҙға быуатлыҡ юбилейын ҡаршылауын да теләйбеҙ.
Читайте нас: