САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2020, 00:43

Балалар сәләмәтлеген һаҡлап

Быйылғы уҡыу йылы башланыу менән 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә стоматология кабинеты асылған ине. Ул «Сәләмәт йылмайыу» девизы менән барған «Ҡанатлан!» белем биреү проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алынды.
Күптән түгел мәктәптә муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин, район больницаһының баш табибы Ольга Шәйхетдинова, мәғариф бүлеге начальнигы Рәмилә Ибәкова килделәр. Ҡунаҡтар бындай һоҡланғыс кабинет булыуына һөйөнөүҙәрен белдерҙе. Улар менән бергә беҙ ҙә шатланабыҙ, сөнки уҡыусыларға теш ауырыуҙарын иҫкәртеү, кәрәк булғанда дауалау өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырылған.
Кабинет хужабикәһе теш табибы Миләүшә Ҡотошева үҙ эшен яратып башҡара.
Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың барыһына ла сәләмәтлек һәм матур йылмайыуҙар теләйбеҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: