Республикала ағымдағы йыл Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Уны үткәреү сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров шәмбе өмәләре һәм Бөхтәлек көндәре ойоштороп үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Эстетика йылы сиктәрендәге санитар-таҙартыу буйынса беренсе саралар – Бөхтәлек көндәре үтте. Уларға саҡмағоштар ҙа әүҙем ҡушылды. Район биләмәһендәге предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре үз территорияларын таҙартыу буйынса санитар эштәр үткәреп, ҡарҙы таратты, боҙҙарҙы ватты, сүп-сар йыйып сығарҙы. Был сараға райондың 92 ойошмаһы, барлығы 963 кеше ҡушылды. Бөтә организациялар, предприятиелар һәм учреждениелар талап ителгән инвентарь менән тәьмин ителде. 7 берәмлек техника эшләне. Бөтәһе 15 куб. метр сүп-сар сығарылды. Был сараларҙа ҡатнашыусылар өчөн бөтә шарттар булдырылды. Район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре байрам атмосфераһын тәьмин итте, район ҡулланыусылар йәмғиәте тәм-томдар һатыуҙы ойошторҙо. Был саранан ауыл биләмәләре лә ситтә ҡалманы. Бөтәһе лә берҙәм булып үз территорияларын тәртипкә килтерҙе.
Төбәк Башлығы Указына ярашлы, үткән йомала үткәрелгән Бөхтәлек көнө беренсеһе булды. Ғәмәлдә уларҙы 16 тапҡыр үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, 18 апрель, 4 июль һәм 3 октябрь көндәрендә дөйөм республика шәмбе өмәләре, урман ултыртыу буйынса ике “Йәшел Башҡортостан” дөйөм республика акцияһы, 2 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ерләнгән, һәйкәлдәр, обелисктар, мемориаль комплекстарҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарылған Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көне үҙасаҡ.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.