САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Март 2020, 18:25

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре...

Илек ауылында йәшәүсе Гөлназ Шәңгәрәева өс ҡыҙ әсәһе. Өлкәне Азалия күптән инде уның ярҙамсыһына әйләнгән. Ул алтынсы синыфта белем ала. Кескәй һенлеләре Лилиә – өсөнсөлә, Ләйсән беренсе синыфта уҡый һәм апайҙарынан һис ҡалышмайҙар. Азалия аш-һыу әҙерләргә яратһа, Лилиә әленән үк тегеү менән ҡыҙыҡһына. Ә Ләйсән – оҫта рәсем төшөрөүсе. Һәммәһе лә бер-береһенә һәм әсәләренә ярҙам итергә ашҡынып тора. Ҡыҙлы йорттоң тәҙрә төптәрен сағыу сәскәләр биҙәй.
Иң мөһиме, ысын мосолман ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе был ҡыҙсыҡтарҙың өсөһө лә оҙон сәсле. Бындай толомдарҙы тәрбиәләргә булышҡан әсә кешене лә маҡтамай булмай. Хәйер, хәҙер ҡыҙҙар үҙҙәре лә бер-береһенең сәсен үрергә, прическалар яһарға оҫтарып килә. Бигерәк матур был толомлы ҡыҙҙар, шулай бит?
Читайте нас: