САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2020, 17:35

Бер ҡасан һуң түгел

Кушнаренко күп профилле һөнәри колледжында шаҡтай йылдар дауамында хаҡлы ялдағы кешеләрҙе компьютер белеме нигеҙҙәренә уҡытыу үткәрелә. Быйыл өлкән быуын вәкилдәре менән дәрестәр алып барыу ойошторолдо.
Бөгөн заман менән бергә атларға теләгән һәр кемдән компьютерҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштереү талап ителә. Әлбиттә, өлкәндәр өсөн был шаҡтай ҡатмарлы, сөнки пенсия йәшендәгеләргә уларҙың элекке тормош тәжрибәһенә бөтөнләй бәйле булмаған яңы төшөнсәләрҙе үҙләштерергә кәрәк.
Курстың уҡыу программаһына компьютер менән танышыу, текст редакторын үҙләштереү, интернетта эшләргә өйрәнеү инә. Тыңлаусыларҙы йорттарынан сыҡмай ғына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталынан файҙаланырға өйрәтеүгә айырыуса иғтибар юнәлтелә. Өлкән йәштәгеләр төрлө түләүҙәрҙе ошо портал һәм онлайн-сбербанк ҡушымтаһы аша үткәрергә лә өйрәнә.
Курсҡа йөрөүселәр социаль селтәрҙәрҙә теркәлеп, йыраҡ ҡәрҙәштәрен һәм күптән аралашмаған дуҫтарын таптылар.
Проект киләсәктә лә дауам итер, әле күп пенсионерҙар компьютерҙа һәм интернет селтәрендә эшләү күнекмәләренә эйә булыр, тип ышанаһы килә.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: