САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2020, 17:29

Ауылдарыбыҙ күркәмләнә

Муниципаль райондарҙа санитария-эпидемиология торошон яҡшыртыу маҡсатында республика башлығы Радий Хәбиров таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында указ ҡабул итте. Беҙҙең районда ошондай беренсе көн үтте лә инде.
Кушнаренко ауылында предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙан ихаталарын һәм урамды таҙартыу, сүп йыйыу, ҡар таратыуға өс йөҙгә яҡын кеше сыҡты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ был көндө экскаватор, һыу һибеү машиналары, арбалы трактор һәм сүп контейнерҙары ташыу өсөн автомобиль – йыйыныһы һигеҙ берәмек техника бүлде.
Өмәлә мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, район хакимиәте, район больницаһы, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, мәшғүллек үҙәге, күп профилле һөнәри һәм ауыл хужалығы колледждары, мәктәптәр коллективтары актив ҡатнашты. Сараға шулай ук волонтерҙар, почта һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.
Район буйынса өмәлә утыҙ ике ойошма ҡатнашты, егерме бер берәмек техника йәлеп ителде.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: