САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Март 2020, 18:30

Заман менән бергә атлар өсөн

  • Хәзерге үҫмерҙәр иң күп ваҡыттарын социаль селтәрҙәрҙә, Интернетта үткәрә. Хәйер, балалар ғына түгел, өлкәндәрҙең күбеһе лә был ғәҙәттән азат түгел. Ә унда нимәләр генә юҡ – балалар өсөн тейешле булмаған контенттар, биттәрҙе “ватып” инеүҙәр, шәхестәрҙе түбәнһетеүҙәр, ярамаған ғәмәлдәргә өндәүҙәр, алдап аҡса күсертеүҙәр һәм башҡалар – хатта һанап бөтөрөрлөк кенә лә түгел. Шуға ла уҡытыусылар балаларҙы интернет донъяһында яҡлау өсөн даими эш алып баралар.
    Үткән аҙнала Саҡмағош гимназияһында бөтә синыфтарҙа ла “Киләсәк хәүефһеҙлеге” тип исемләнгән һанлы технологиялар дәресе үтте. Был дәрес мәғлүмәти хәүефһеҙлек төшөнсәһен, уның төп принциптарын һәм төрлө тормош хәлдәрендә ҡулланыу осраҡтарын анализлау-аңлауға арналды. Сарала малайҙар һәм ҡыҙҙар киберхәүефһеҙлектең төп аспекттары менә танышты, ышаныслы пароль уйлап табарға һәм аккаунттарҙы урлауҙарҙан һаҡланырға өйрәнде. Шулай уҡ улар аҡыллы йыһаҙ-ҡоролмаларҙың “йомшак” яҡтары тураһында байтаҡ яңы мәғлүмәт үҙләштерҙе һәм ысын сайттарҙы кеше алдаусы-мошенниктар булдырған сайттан айырырға өйрәнеп ҡаранылар.


  • Айгөл Әхмәтйәнова, гимназия директоры урынбаҫары.

    Читайте нас: