САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Март 2020, 16:31

Фронтҡа хат

«Хәрби почта. Исемһеҙ һалдатҡа хат» китапханалар акцияһы сиктәрендә Иванай моделле китапханаһында уҡыусылар менән «Ветеранға хат» тип аталған патриотик сәғәт уҙҙы.
Айырым иғтибар һалдат хаттарына бирелде. Балалар, ваҡыттан һарғайған өсмөйөшлө хаттарҙы күреп, китапханасы менән берлектә уларҙың ни ҡәҙәр көтөп алынғанлығы һәм әһәмиәте хаҡында һөйләштеләр. Китапханасы уҡыусыларға хәрби ҡыр почтаһының ниндәй булыуын һөйләне. Ебәрергә еңел һәм тиҙ булһын өсөн хаттарҙы шундай формала бөкләгәндәр. Һалдаттарҙың әсәйҙәренә, ҡатындарына, балаларына яҙған хаттарынан өҙөктәр яңғыраны.
Уҡыусылар ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына хат-инша - хөрмәт һәм рәхмәт хаттары яҙып, район акцияһында ҡатнашырға булдылар. Төп шарт – хаттар ҡулдан яҙылған һәм һуғыш өсмөйөштәре кеүек бөкләнгән булырға тейеш. Балалар, дәртләнеп, актив рәүештә үҙ ҡулдары менән эстәлекле хаттар яҙҙылар. Иң яҡшы эштәр район үҙәк балалар китапханаһының конкурсында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: