САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Март 2020, 13:05

Дошман михнәттәрен еңгән һалдат

Ҡаҙыр ауылында тыуып-үҫкән, бөгөнгө көндә Үрге Йәркәйҙә ғүмер кисереүсе Нәһерлеғаян Нурлығаян улы Дәүләтовтың йәшлеге дәһшәтле йылдарға тура килә. Ул Өфө моторҙар эшләү заводында эшләп йөрөгәндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Көнбайыш Белоруссиялағы сик буйы часына ебәрелә.
Бында хеҙмәт иткәндә яҡташыбыҙҙы яҙмыш һынауы – ул фашистарға тотҡонлоҡҡа эләгә. Концлагерҙағы аслы-туҡлы тормош, ҡыйналыу һәм йәберләнеү – был әсирлек михнәттәрен өс йылдан артыҡ үҙ башынан кисерә ветеран. Фашист әсирлегенән ҡотолған йөҙгә яҡын кешене запас часҡа туплап, фронтҡа ебәрәләр. Берлинға яҡынлашҡанда Н.Дәүләтов яралана, госпиталдән 1945 йылдың июлендә генә сығаралар уны. Германияла бер йыл хеҙмәт иткәдән һуң ғына ҡайтып инә ул тыуған ауылына.
Лайыҡлы ялға сыҡҡансы М.Горький ис. колхозда механизатор булып эшләй, намыҫлы хеҙмәте менән күптәргә өлгө була. “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе, миҙалдар, Маҡтау грамоталары, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” ордены – уның тырышлығына лайыҡлы баһа.
Күптән түгел муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин Нәһерлеғаян Нурлығаян улына «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: