САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март 2020, 13:53

Районда беренсе тапҡыр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Наҙлы ҡояшҡай» тип исемләнгән байрам үтте.

Уға райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларынан үҙенсәлекле балалар саҡырылды.
1-се Кушнаренко урта мәктәбенең акттар залында ата-әсәләре менән килгән балаларҙы байрамса кейенгән йәштәштәре бай концерт программаһы менән сәләмләне. 3 «б» синыф уҡыусылары «Ҡыҙыл башлыҡ» әкиәтен театрлаштырып күрһәтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Рамазанов барыһын да тәбрикләне, ҡунаҡтарға шат кәйеф теләне, уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе.
Үҙенсәлекле балалар «Үҫеш нөктәһы» һанлы һәм гуманитар профилдәрҙәге белем биреү үҙәгендә булдылар. Унда ошо мәктәп уҡыусыларының эштәрен күрһәттеләр.
– Онотола башлаған традицияның яңынан ҡайтыуы яҡшы күренеш. Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова башланғысы менән балаларыбыҙҙың күңелен асыу мөмкинлеге тыуҙы. Бындай саралар уларҙың донъяға ҡарашын киңәйтеүгә, йәштәштәре менән аралашыуға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙың ата-әсәләре.
Читайте нас: