САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март 2020, 13:45

Малсылар һынау тота

Район хужалыҡтарында малсылыҡта иң ҡатмарлы һәм яуаплы осор – мал ҡышлатыу дауам итә. Продукция етештереүҙең төп күрһәткестәрен үтәү күп йәһәттән уны уңышлы үткәреүгә бәйле.
«Солтанай» агрофирмаһы» йәмғиәтенең Солтанай һөтсөлөк фермаһы – мал һаны буйынса ла, һөт етештереү күләме буйынса ла районда иң эреләрҙән береһе. Бында тәжрибәле һәм намыҫлы малсылар – мал ҡараусылар, машина менән һыйыр һауыу операторҙары, механизаторҙар, төрлө механизмдарҙы хеҙмәтләндереү операторҙары эшләй.
Уңғанлығы, тырышлығы, тапшырылған эшкә яуаплы мөнәсәбәте менән айырылып тороусылар араһынан иң беренсе сиратта малсылар Вильяс Ғәрифуллин,Әхсән Әпсәләмов, Эльвир Йәләев, Илдар Зәһретдинов һәм Алмаз Таһировтың исемдәрен әйттеләр. Улар малдарҙы тейешенсә тәрбиәләйҙәр, ваҡытында ашаталар.
Механизатор Рим Ғәлимов сенаж ташыу өсөн сүмес, һалам һәм бесән төргәктәрен индереү өсөн һәнәк менән йыһазландырылған етез "Т-40" тракторында быҙауҙар абҙарын хеҙмәтләндерә. Ул үҙ эшен ваҡытында һәм еренә еткереп башҡара.
Машина менән һыйыр һауыу операторҙары Ләйсән Соломина, Любовь Маннанова, Нина Дмитриева һәм Рәфиға Ишкилдина, ял һәм байрам тимәй, һыйырҙарҙы көнгә ике тапҡыр һауалар. Бик тырыш һәм намыҫлы эшсәндәр улар.
Мал ҡышлатыу – малсылар өсөн етди имтихан. Солтанай һөтсөлөк фермаһы коллективы уны уңышлы үтә.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: