САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март 2020, 13:50

Иҫке Ҡамышлы унғаны

Иҫке Ҡамышлы ауылында йәшәүсе ижади күңелле Ләйсән Нуриәхмәтованың ҡулынан килмәгәне юҡтыр, моғайын. Ул егерме йыл тирәһе урындағы мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып хеҙмәт һала. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Инде өс ейәндәре үҫеп килә. Нуриәхмәтовтарҙың ҙур һәм иркен йортонан йылылыҡ һәм үҙ-ара ихтирам сатҡылары бөркөлөп тора.
Бәйләм – Ләйсәндең яратҡан шөғөлө. Әммә алтын ҡуллы ханым бының менән генә сикләнмәй.
– Быға мине әсәйем Филзә Таюпова өйрәтте. Үҙ сиратымда мин дә, ҡыҙҙарым Алһыу менән Айһылыуҙы өйрәттем. Келәм сигеү һәм сигеүҙең башҡа төрҙәре менән мауығам, шәлдәр бәйләп, кәрзиндәр үрәм, сәйлән менән эшләргә яратам, – ти ул.
Күңел йылыһын һалған, үҙ ҡулдары, күҙ нурҙары менән тыуҙырған матурлыҡты дуҫтары һәм туғандарына өләшә. Ҡул эштәре көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып торорға ярҙам итә.
Ҡыҙҙары ла әсәләренән ҡалышмай. Бәйләмгә булған мөхәббәт быуындан-быуынға тапшырылып барыуҙың матур бер үрнәге был.
Ләйсәндең йортонда бәйләү өсөн ҡулланған ырғаҡ, энә һәм башҡа ҡул эше йыһаздарын һанап бөтөргөһөҙ. Ижад емештәрен айырым бер темаға ғына бағышламай: күңеленә яҡын булған, иғтибарын үҙенә тартҡан һәр биҙәк уның эштәрендә сағыла.
– Көн һайын интернеттан ҡыҙыҡлы идея, күңелемде йәлеп итә алырҙай эштәр эҙләп табам. Яратҡан эшем тынысландыра, ял иттерә. Шуға күрә һәр кемде лә бәйләй башларға саҡырам, – ти ул.
Читайте нас: