САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Март 2020, 18:36

Йәмғиәт уңғандары һынатмай

«Урал» йәмғиәте уңғандары продукция арттырыуҙы тәьмин итеү һөҙөмтәһендә йылдың-йылында юғары күрһәткестәргә ирешә һәм райондың иҡтисадын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ эшсәндәре һынатмай – баҫыусылыҡтағы, малсылыҡтағы уңыштары ҡыуанырлыҡ, эш тәжрибәләре башҡаларға өлгө итеп ҡуярлыҡ. Рсай тауарлыҡлы-һөтсөлөк фермаһында бөгөнгө көндә 1706 баш һыйыр эре малы аҫралып, шуларҙың 450 һе - һауын һыйыры. Ағымдағы йылдың ике айында 4808 центнер һөт һауылып, һәр һыйырҙан уртаса һауын 1092 килограмм тәшкил иткән. Ит 365 ц етештерелеп, малдарҙан алынған уртаса тәүлеклек артым 731 грамм булған.
Фермала ҡышлатыу уңышлы бара, сөнки һәр участокта эш үҙ юғарылығында ойошторолған, һәр ерҙә - тәртип. Торлаҡтар - таҙа, йылы, ҡоро, иң мөһиме, продукция етештереү өсөн тейешле шарттар бар. Бөгөнгө көндә коллектив көн һайын 73,6 ц сөт һауып ала. Һауын һыйырҙарына ҡатнаш аҙыҡ, арпа, арыш, бойҙай, тоҙ, аҡбур, түп, патока бергә ҡушылып, «Хозяин» агрегаты менән һалына.
Бында берҙәм коллектив тупланып, һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Эйе, тырыш хеҙмәткәрҙәр тир түккәндә, тармаҡ, әлбиттә, үҫеш алуын дауам итер. Киләсәктә лә йәмғиәт уңғандары һынатмаҫ, һәр эште тейешле дәрәжәлә ойошторор.
Читайте нас: