САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Март 2020, 16:09

Рәсми раҫланған ауырыусылар юҡ

Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров ҡушыуы буйынса төбәктең Сәламәтлек һаҡлау министрлығында коронавируслы инфекцияны профилактикалау һәм республикала был йәһәттән оператив һәм объектив хәл торошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала халыҡҡа еткереү маҡсатында 17 марттан башлап һәр көннө иртәнге 9.00 һәм киске 20.00 сәғәттә махсус брифингтар үткәрелә.
Бөгөн иртәнге сәғәт 9.00ҙа үткән бындай сарала төбәктең сәламәтлек һаҡлау министры Максим Забелин иртәнге 8.00 сәғәткә еткерелгән мәғлүмәткә ярашлы, стационарҙарҙа коронавируслы инфекция йоҡтороуларына шик булған 41 кеше күҙәтеүгә алынды, тине. Уларҙың 6һы – балалар. Улар айырым бокстарҙа урынлаштырылған, дөйөм хәлдәре тотороҡло, тейешле анализҙар Берҙәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә алынып, лабораторияларға тикшереүгә ебәрелгән. Был кешеләргә Рәсәйҙең, сит илдәрҙең алдынғы табибтары күрһәтмәләре буйынса дауалау саралары үткәрелә.
Республикала эшләп килгән “Инцидент менеджмент” системаһына төбәктә йәшәүселәрҙән 600ҙән артыҡ һорау теркәлгән. Унда иң күп еткерелгән һорауҙар араһында сит илдәрҙән ҡайтҡанан һуң ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, анализҙарҙы ҡайҙа тапшырырға мөмкин булыуына ҡағылышлы һәм аптекаларҙа маскалар булмауға дәғүәләр бар.
Брифинг ваҡытында шулай уҡ коронавируслы инфекциянән һаҡланыу, төбәктә план буйынса билдәләнгән спорт сараларын күсереү тураһында ла һүҙ барҙы.
Шулай уҡ 8-347-279-91-20 телефоны буйынса эшләүсе “ҡайнар линия”гә үҙегеҙҙе борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итеп булыу мөмкинлеге тураһында хәбәр еткерелде.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.
Читайте нас: