САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Март 2020, 13:12

Балалар өсөн – яңы стоматология кабинеты

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән бойомға ашырыла башлаған “Бейеккә ос!” (“Взлетай”) мәғариф проекты сиктәрендә республика мәктәптәрендә “Сәләмәт йылмайыу” (“Здоровая улыбка”) модулен ғәмәлгә индерү буйынса эшсәнлек башланды. Әлеге проект ҡыҫаларында 800ҙән артыҡ бала уҡыған белем биреү учреждениеларында стоматология кабинеттары йыһаҙланып файҙаланыуға тапшырыла. Әйткәндәй, гимназияла проекттың башҡа модулдәре лә уңышлы эшләй.

Үткән аҙнала Саҡмағош гимназияһында ла ошондай теш дауалау кабинеты тантаналы асылды. Сарала муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, уның урынбаҫары Д.Ф.Низамов, Саҡмағош район дауаханаһының баш табибы Э.Ф.Фазлыйәхмәтов, мәғәриф бүлеге начальнигы М.Й.Нәбиева ҡатнашты. Теш дауалау кабинеты тулыһынса йыһаҙланған, унда өр-яңы, балалар стоматологияһының бөтә талаптарына яуап биргән заманса ҡорамалдар урынлаштырылған.

Айгөл Әхмәтйәнова,

Саҡмағош гимназияһы директорының уҡытыу-тәрбиә биреү эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: