САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Март 2020, 14:36

Ауылыбыҙ ғорурлығы

Ҡалтай урта мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә һәм спорт-масса эше һәр йыл эстәлекле үтә. Уның барышында уҡыусылар төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнашалар. Яҙмыштары фажиғәле афған һуғышы менән бәйләнгән ауылдаштарыбыҙға бағышланған «Һалдат данын ғорур яҡланығыҙ!» тигән сара айлыҡҡа йомғаҡ яһаны.
Ҡалтай ауылынан ун бер егет Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Кисәлә уларҙан Динил Арыҫланов, Финал Зөбәйеров, Фәнис Камалетдинов, Фәрит Сабуров һәм Зәүил Хәйернасов ҡатнашты. Шулай уҡ заманында был егеттәрҙе башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренән уҡытҡан, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Зәбир Әйүпов һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Дамир Ғилманов саҡырылды. Улар сығыштарында һуғышсы-интернационалистарға рәхмәт белдерҙеләр, егеттәрҙең ауылыбыҙ ғорурлығы булыуын билдәләнеләр.
Осрашыу обелискка Дан гирляндаһы һалыуҙан башланды. Унда уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре уҡытыусыһы Рәфил Әйүпов совет һалдаттарының Афғанстандағы ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Китапханасы Гөлнара Сафина афғансы яҡташтарыбыҙ хаҡында күп мәғлүмәт туплаған, уларҙың фоторәсемдәренән күргәзмә ойошторған.
Осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар мәктәпте ҡарап сыҡтылар, үҙҙәре уҡыған синыф бүлмәләрендә, музейҙа булдылар, уҡытыусылар менән бергәләп фотоға төштөләр. Һөйләшеү сәй табыны артында дауам итте.

Беҙҙең хәбәрсе.

Читайте нас: