САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Март 2020, 18:29

Ташҡынға ҡаршы комиссияның күсмә киңәшмәһе

Билдәләле булуынса, яҙғы ташҡын ваҡытында Саҡмағош районы ерлегендә урынлашҡан Яңы Йомран ауылы хәүеф зонаһында ҡала. Республика белгес-эксперттары иһә быйылғы ташҡын үткән йылдағыларҙан көслөрәк булуын фараҙлай. Ошо айҡанлы 11 мартта был ауылда райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһының күсмә киңәшмәһе үтте һәм ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда был ауылда ғүмер итеүсе халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсаты менән унда йәшәүселәр менән осрашыу ойошторолдо. Сарала муниципаль район хәкимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары А.Й.Басиров, район дауаханаһы, газ һәм электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, янғынға ҡаршы көрәш часте, райондың эске эштәр бүлеге, “Саҡмағошжилкомхоз” ойошмаһы вәкилдәре, полицияның участок уполномоченныйы, Иҫке Бәшир урта мәктәбе директоры, фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре ҡатнашты. Йыйылышты Бәшир ауыл биләмәһе башлығы М.Х.Хәсәнов асты, унда яҙғы ташҡынға әҙерлек кимәле тураһында һүҙ барҙы, вәкәләтле кешеләр ауылда йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Яңы Йомран ауылында 44 йорт хужалығы урынлашҡан, уларҙын 22һендә 38 кеше йәшәй, 22һе буш тора. Йорттарға газ һәм электр индерелгән. Һыу баҫыу зонаһына кешеләр йәшәгән йорттар ҙа инер, тип көтелә. Был хәл була ҡалһа тип, 25 койко-урынға иҫәпләнгән кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Ул Яңы Ҡалмаш ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Халыҡты эвакуацияләү ҡом-таш түшәлгән юлдан башҡарыла, пункт үҙе иһә Яңы Йомран ауылынан 1 саҡырым алыҫлыҡта. Һыу баҫыу тураһында халыҡҡа стационар һәм кесә телефондары аша, шулай уҡ ауыл хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старостаһы тарафынан йорттарға йөрөп хәбәр бирелә. Өҫтәмә хәбәр итеү оператив-дежур хеҙмәттәрҙең махсус техникаһы – тауыш көсәйткес йыһаҙҙар ярҙамында башҡарыла. Хәл тағы ла ҡатлауланһа, халыҡты урындағы ваҡытлы матбуғат саралары аша киҫәтеү ҙә ҡаралған.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: