САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2020, 17:10

Йыр-моңға ғашиҡ улар

Ташкисеү ауылында йыр-моңға, бейеүҙәргә бай, уңған халыҡ йәшәй. Мәҙәниәтте үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм байытыу маҡсатында бында бик күп саралар ойошторола. Атап әйткәндә, Ташкисеү ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлнара Сәфиева әҙерләүендә Яңы йыл, сана, «Масленица», «Ҡарға бутҡаһы», Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәре һ.б. байрамдар үҙ юғарылығында үтә.
1993 йылда Әнисә Мөксимова нигеҙ һалған, әлеге ваҡытта Гөлнара Сәфиева етәкләгән «Йәш йөрәктәр» («Пинал сюлемьёс») удмурт фольклор халыҡ ансамбле һәр сараның биҙәге булып тора. Ансамблдең репертуары бай, айырыуса элекке йырҙарҙы ихлас яратып башҡаралар.
Улар район, республика конкурстарында актив ҡатнашып, төрлө уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, уҙған йылда Өфө ҡалаһында уҙған «Фольк-Тайм» республика бәйгеһендә Дипломға лайыҡ булды. «Иң яҡшы ауыл клубы» республика конкурсында еңеп, 100 мең һумлыҡ грант отто. Әлеге ваҡытта ансамбль ағзалары март аҙағында Кушнаренко районында уҙасаҡ «Кушнаренковские зори» республика фольклор ижад фестиваленә әҙерләнеү менән мәшғүл.
Киләсәктә лә ансамблдең репертуарын тағы ла байытып, үрҙәрҙең тағы ла юғарырағын яуларға яҙһын, моңло йыр шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, тигән теләктә калабыҙ.
Читайте нас: