САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2020, 17:24

Ҡул эштәрендә – күңел нурҙары

Ташкисеү ауылында йәшәүсе Рая Нафиҡова ауылдаштары араһында ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ билдәле.
Рая Ғаяз ҡыҙы Ташкисеү ауылында тыуып, Баҙытамаҡ урта мәктәбенән һуң Нефтекама ҡалаһында бухгалтерҙар курсын тамамлай. Артабан Михайловкалағы 83-сө һөнәри училищела сәскә үҫтереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһындағы «Горзеленхоз» МБУ ла башлай. Бер аҙ эшләгәс сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм Ташкисеү фельдшер-акушерлыҡ пунктына иҙән йыуыусы булып урынлаша. Һәр ваҡыт үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, эшен бар тырышлығын биреп башҡара. Ләкин аяуһыҙ сир үҙенекен итә, ул эшенән китергә мәжбүр була.
Тормошто, матурлыҡты яратҡан Рая Ғаяз ҡыҙы күңел йыуанысын ҡул эштәрендә таба. Ойоҡбаштар, кофталар, жакеттар, шәлдәр бәйләй, төрлө картиналар, мендәр тыштары сигә. Улар йорт эстәрен биҙәй, туғандарына бүләккә таратыла.
-Ҡул эштәре миңә йән тыныслығы бирә, мауыҡтыра. Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү айыруса һөйөндөрә, күңелдәрҙе үҫтереп ебәрә,– ти ул.
Читайте нас: