САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2020, 17:38

Сәк-сәк бешереү оҫтаһы

Сәк-сәк бешереү бик ваҡ, бик нескә хеҙмәт емеше. Өҫтәүенә, уны бөтә кешеләр ҙә уңдырып, тәмле итеп бешерә белмәй. Ә бына Сейәле-Әтәс ауылында йәшәүсе Сәхилә Ничтованы баллы ризыҡ бешереү оҫтаһы тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Ул әҙерләгән халҡыбыҙҙың милли ризығы туй һәм төрлө байрам, юбилей табындарын биҙәй.
Сәхилә Хәлил ҡыҙы Сейәле-Әтәс ауылында тыуып-үҫеп, урта мәктәптән һуң, Нефтекама нефть техникумын тамамлай. Ҡулына диплом алғас, юллама буйынса Төрөкмәнстандың Балканабад ҡалаһына ебәрелә һәм техник-элемтәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Бында 13 йыл һөнәре буйынса эшләп, заманалар үҙгәрә башлағас, тыуған ауылына ата-әсәһе янына ҡайтып урынлаша. Тик торорға өйрәнмәгән ханым XXII партсъезд ис. кооперативта төрлө эштәр башҡара. Бында ул хужалыҡ эшсәндәрен тәмле аш менән сыйлай, ашнаҡсы Ф.Хамматованың ярҙамсыһы була. Беренсе тапҡыр сәк-сәк бешереүҙе Сәхилә апай уннан өйрәнә.
-Был эште ҡыҙыҡ итеп кенә башлағайным. Ҡыш көнөндә лапаҫтан күпләп туңған йомортҡа алып индем һәм Флүҙә апайҙан өйрәнгәнсә эшләп ҡарарға булдым. Сәк-сәк бик матур килеп сыҡҡас, күңелем күтәрелеп, артабан да бешерә башланым. Тора-бара заказдар ҙа килә башланы, - ти аш-һыу оҫтаһы йылмайып. - Һәр ризыҡты әҙерләгәндә күңел йылыңды һалып башҡарыу мөһим, шул саҡта тәмле лә, баллы ла була. Ҡатын-ҡыҙ булған йортта һәр ваҡыт өҫтәлдәрҙә төрлө ҡамыр аштары урын алырға тейеш, тип иҫәпләйем. Үҙең бешергән хәләл ризыҡҡа бер нәмә лә етмәй.
Читайте нас: