САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2020, 17:54

Эшлекле әҙерлек бара

Быйыл йәй барыбыҙ ҙа ҙур халыҡ-ара фестиваль – Бөтә донъя фольклориадаһы шаһиты буласаҡбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә ҡатнашасаҡ. Фольклориада дүрт йылға бер тапҡыр үтә һәм кешелектең мәҙәни мираҫының барлыҡ төрҙәрен пропагандалай.
Башҡортостанда донъяның алтмыштан артыҡ иленән өс меңдән артыҡ артист ике аҙна ҡунаҡ буласаҡ. Улар республика халҡына үҙҙәренең йыр-моңдарын, бейеүҙәрен, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуҙарын һәм сәхнә сәнғәтен күрһәтәсәк.
Беҙҙең район был күләмле сараның бер майҙансығына әүереләсәк. Әлеге ваҡытта әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара.
Йыл башында фольклор коллективтары араһында смотр-конкурс иғлан ителгәйне. Һәүәҫкәр сәнғәт коллективтары, ҡул эштәре һәм халыҡ кәсептәре оҫталары жюри һәм райондаштары алдында үҙ таланттарын күрһәтте. Марттың өсөнсө ун көнлөгөндә «Кушнаренко таңдары» республика фольклор фестивале үтәсәк.
23 июлдә районға Италия, Австрия, Португалия, Голандия, Таити һәм Болгариянан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Кушнаренко ауылының үҙәк майҙанында күңел асыу саралары үткәреләсәк. Сит ил ҡунаҡтары менән бер сәхнәлә үҙе беҙҙең артистарыбыҙ ҙа сығыш яһаясаҡ.
Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә күп саралар планлаштырыла. Улар тураһында алдағы яҙмаларыбыҙҙа һөйләрбеҙ.
Читайте нас: