САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2020, 17:17

Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй

Ил азатлығы өсөн ҡулына ҡорал тотоп көрәшкән ветерандарыбыҙ арабыҙҙа бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалып бара. Краснояр ауылында ғүмер итеүсе Тимербай Маннанов та – ауылда берҙән-бер һуғыш ветераны. 18 йәшенән ҡулына ҡорал алған йәш егеткә һуғыш осоронда күпте күрергә тура килә. Пехотасы сифатында Төнъяҡ-Көнбайыш фронтының Ржев һәм Смоленск ҡалалары араһында барған ҡанлы һуғышта ҡатнашып, ауыр яра ала һәм госпиталгә оҙатыла ул. Дауаланып сыҡҡандан һуң, ҡыйыу йөрәкле егет тағын фронтка китә. Ләкин Орша ҡалаһы өсөн барған һуғышта йәнә яралана. Артабан көдө-төнгә ялғай-ялғай Көнсығыш Пруссияны азат иткәндән һуң, Алыҫ Көнсығышҡа япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә һәм 1947 йылда гына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Тормош иптәше Әсма (мәрхүмә) инәй менән татыу ғүмер кисереп, өс бала үҫтерәләр. Башта “Чапаев”, артабан “Ағиҙел” колхозында оҙаҡ йылдар һарыҡ фермаһы мөҙире булып эшләп, лайыҡлы ялға сыға. Бөгөнгө көндә Тимербай Тимершәйех улы балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй.
Күптән түгел муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин Т.Маннановҡа «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» юбилей миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: