САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2020, 18:36

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара

“Башҡортостанда яҙғы ташҡынға ҡаршы сараларҙы үткәреү өсөн республика бюджетынан 6,63 млн. һум аҡса бүленә”, – тип хәбәр итте оператив кәңәшмәлә төбәктең экология министры Урал Искәндәров. Был йәһәттән иң ҙур сығымдар Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламына гамма-съемкалар үткәреү өсөн самолетты арендаға алыу һәм осош маршрутын төҙөү өсөн тотонолған. Бынан тыш, аҡса хужалары булмаған гидротехник ҡоролмаларҙы һыу кимәле күтерелеүгә әҙерләү, ташҡын ваҡытында су сифатын тикшереү, ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү сараларын әҙерләү һәм тығындарҙы таҙартыу, йылғаларҙа һыу күтәрәлеү кимәлен үлсәү һәм анализлау өсөн бүленә.
“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: