Бай тарихлы, тәбиғәтле һәм мәҙәниәтле төбәк менән танышырға, күңел асырға килеүсе ябай туристарҙың Башҡортостан башҡалаһындағы бер көнө уртаса алғанда 5,5-7 мең һумға төшә. Ә инде эш сәфәре менән Өфөгә килгән туристар өсөн был сумма яҡынса 17-20 мең һум тәшкил итә. Был сығымдарға йәшәү, туҡланыу һәм тематик сараларҙа ҡатнашыу хаҡы ла инә.
Әлеге һандар менән таныштырған Өфө ҡалаһы хәкимиәте башлығы урынбаҫары Н.Фадеев билдәләүенсә, туристик потенциалның артабанғы үҫеше һәм төбәк башҡалаһына килеүселәрҙең һаны тотороҡлолоғон формалаштырыу ике этапты үҙ эсенә аласаҡ. Беренсе этапта ваҡиғалы һәм эшлекле туризмға иғтибар бүленә. Был йәһәттән ваҡиғалы потенциал рейтингында Рәсәй ҡалалары араһында алтынсы урынды биләп тороусы республика башҡалаһы етди өҫтөнлөккә эйә. Икенсе этапта иһә сәнәғәт, гастрономия һәм ваҡиғалы туризм үҫешенә баҫым яһаласаҡ.
“Өфө – бай тарихлы ҡала, әммә беҙҙең үҙ Кремлебеҙ һәм үҙенсәлекле тарихи объекттарыбыҙ юҡ, – тине төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ҡала Советы ултырышында. – Беҙгә ваҡиғалы туризмды үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең Өфөбөҙ матур, бынамын тигән аш-һыуҙар, үҙенсәлекле милли колоритыбыҙ бар”.
Дөйөм алғанда, Өфөгә йылына миллионға яҡын кеше килә. Уларҙың 80-90 проценты эшлекле йәки, икенсе төрлө әйткәндә, эш буйынса, төрлө күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа һәм башҡа корпоративтарҙа ҡатнашыу маҡсаты менән килгән бизнес-туристар. Башҡортостан башҡалаһында йыл һайын өс меңгә яҡын төрлө сара үтә. Өфөгә килеүселәр һаны артыуы тап бына эшлекле әүҙемлек артыу менән аңлатыла. Республика ҡунаҡтары урындағы иҡтисадты күтәреүгә лә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2018 йылда төбәктә күрһәтелгән ҡунаҡханә хеҙмәттәренең суммаһы 6 млрд. һумға, ә санатор-сәләмәтләндереү хеҙмәттәренеке яҡынса 5 млрд. һумға еткән.
“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.