САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2020, 17:04

Эстетика йылы өмәләр һәм бөхтәлек сәғәттәренән башлана

Билдәле булыуынса, Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбировтың указы менән ағымдағы йыл Башҡортостанда Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Был документ халыҡҡа йәшәү өсөн уңай шарттар булдырыуҙы тәьмин итеү, төҙөкләндереү кимәлен арттырыу һәм Башҡортостандағы торлаҡ пункттарҙың эстетик тышҡы күренешен формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Эстетика йылының төп маҡсаты – ауылдар һәм ҡалаларҙы затлыландырыу юҫығында комплекслы эшсәнлекте тәьмин итеү. Тәү сиратта был халыҡ йәшәгән бөтә пункттарҙа һәр өйҙә, урамда һәм подъезда таҙалыҡты-бөхтәлекте һаҡлауға системалы һәм комплекслы ҡарашта булыу, тигән һүҙ. Радий Хәбиров билдәләүенсә, барыһы ла территорияларҙы капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Һәм бында халыҡтың инициативаһын уятыу мөһим, кешеләр үҙҙәре ошо ҙур эштә ҡатнашырға тейеш.

Ҡалалар һәм ауылдарҙың ағымдағы йылдағы үҙгәреше тураһында һүҙ алып барғанда, 4 төп йүнәлеш тураһында әйтергә була. Был йәһәттән газондарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы төҙөкләндереүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға айырым иғтибар бүленәсәк. Барыһы ла элементар санитар йыйыштырыуҙан – шимбә өмәләренән, “таҙалыҡ сәғәттәре һәм көндәре”нән , ташландыҡ автомобильдәрҙе эвакуациялауҙан – ҡыҫҡаһы, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы сүп-сарҙан арындырыуҙан башланасаҡ.

Һәр муниципалитет газондарҙы, ҡоймаларҙы, тротуарҙарҙы һәм яҡтыртҡыс лампаларҙы урынлаштырыу схемаһы, уларҙың һаны һәм башҡарылаһы эштәр тасуирланған үҙ технологик планын әҙерләй. Уларға ярашлы, газондарҙың майҙандары ким тигәндә 4-5 тапҡырға арттырылырға, тигеҙ булмаған юл ситтәре бордюрҙар урынлаштырылған цивилизацияле тротуарҙарға алыштырылырға тейеш. Һәм шул уҡ ваҡытта тротуарҙарҙың хәрәкәтләнеү мөмкинлектәре сикле булған граждандар өсөн уңайлы итеп һалыныуына айырым иғтибар ҙур булырға тейеш. Шулай уҡ төҙөкләндереү объекттарын һәм торлаҡ пункттарҙың үҙәк линияләрен ҡоймалар менән ситләп алыу берҙәм стильдә башҡарылған булыуы мотлаҡ бурыс итеп ҡуйыла. Был һәр пукнттың ҡабатланмаҫ һәм берҙәм үҙенсәлекле стильдә булуын күҙаллай.

Һәр муниципалитетта Эстетика йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеттары төҙөлгән. Улар составына власть, йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре, шулай уҡ депутаттар һәм волонтерҙар һәм башҡалар инә.
Читайте нас: