САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2020, 17:16

Һәр йортта ла көтәләр

Иҫке Ғүмәр ауылы почтальонкаһы Гүзәл Хөснөрьялова кешеләрҙе гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Гүзәл хат ташыусы булып өсөнсө йыл эшләй. Әлегә ҡәҙәр уның хеҙмәтләндереү сифатына дағүә белдереүсе булмаған. Һөйкөмлө ҡатынды һәр йортта көтөп алалар. Ул кешеләрҙең хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһына, олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел таба.
Ямғыр яуамы, ҡармы, эҫе йәки һыуыҡмы – Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы эшенә ашыға. Сумкаһы киске яҡҡа ғына бушай.
Хеҙмәтенә яуаплы мөнәсәбәте өсөн уны етәкселәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: