САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2020, 17:22

Гүзәл заттар хөрмәтләнде

Район мәҙәниәт һарайында 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан тантаналы сара үтте. Гүзәл заттарға ҡарата тәбрикләү һүҙҙәре менән муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сығыш яһаны һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт ветерандарына «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалын һәм сәскә гөлләмәһен тапшырҙы.
Артабан һүҙ сәхнә оҫталарына бирелде. Концерт программаһы бай һәм йөкмәткеле булды, һәр номер тамашасылар тарафынан йылы һәм ихлас ҡабул ителде.
Читайте нас: